Бөгөн баш ҡалала вируталь концерт залы асылды. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залы нигеҙендә булдырылды. Медиаүҙәк заманса мәғлүмәт технологиялары ярҙамында аралашыу мөмкинлеген бирә. Республика Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев белдереүенсә, вируталь зал Башҡортостан райондары һәм Рәсәй төбәктәре менән бәйләнеш булдыра.
Виртуаль концерт залы аша спектаклдәр күрһәтергә мөмкинме? Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Илшат Фәйзуллин фекере.
Виртуаль концерт залы “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса булдырылған.
#Миллипроект #нацпроекты






