Баймаҡ районында “Ирәндек” музей-ҡурсаулығын һауанан тикшерәләр

Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын ҡулланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге белгестәре пилотһыҙ осоусы аппараттар ярҙамында биләмәне фотоға төшөрә. Үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, тарихи-археологик ландшафт музей ҡурсаулығында 400-ҙән ашыу ҡомартҡы булыуы асыҡланған.

Баймаҡ районында “Ирәндек” музей-ҡурсаулығын һауанан тикшерәләр