Бөгөнгә төҙөүселәр күперҙең 42 метрлыҡ тороҡ ҡоролмаһы һалыуҙың ике этабын үткән. Объект «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Күперҙе ваҡытында тапшырыу өсөн төҙөүселәр ике сменала эшләй. Бөгөнгә 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се һәм 5-се терәүҙәр әҙер, 6-сы һәм 7-селәрен һыуыҡтар башланғансы тамамлау күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, ике күпер араһында төҙөлгән ҡоролма уникаль объект.
Әле төҙөүселәр 2500 тонна металдан ҡоролма йыйған. Яңы күпер өс һыҙатлы була. Уларҙың һәр ҡайһыһының киңлеге 4 метр самаһы, оҙонлоғо 688 метр. Контракт буйынса, подрядсы ойошма Ағиҙел аша яңы күперҙе 2021 йылдың октябрендә тапшырырға тейеш.
Гөлдәриә Йосопова.





