Өфөлә виртуаль концерт залы асылды

Медиаүҙәктең презентацияһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Онлайн концертты республиканың төрлө нөктәләренән 25 меңдән ашыу кеше ҡараны. Яңы мөмкинлектәр, техник йыһазландырыу һәм ижади пландар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Чайковский яҙған музыка яңғырай. Концертты залда ултырыусылар ғына түгел, республиканың төрлө райондарынан тамашасылар күҙәтә. Әлеге тура эфирға Сибай һәм Учалы ҡалалары ҡушыла.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы техник һәм ижади яҡтан уникаль мөмкинлектәргә эйә, шуның өсөн ул республикала инновацион технологиялар үҫеше үҙәге була ала.

Владимир Стаханов, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының художество бүлеге етәксеһе

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы нигеҙендә «ДКЗ+» медиаүҙәге булдырыла. Уның төп эш йүнәлештәренең береһе – «Мәҙәниәт» милли проектының «Һанлы мәҙәниәт» федераль проекты буйынса виртуаль концерт залын үҫтереү. Республика халҡында академия сәнғәтенә һөйөү уятыу маҡсат итеп ҡуйылған. Медиаүҙәкте презентациялау сиктәрендә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры һәм «Премьер» төркөмө сығыш яһаны.

Милли проектты ғәмәлгә ашырыу маҡсатында бәләкәй зал видеомаппинг менән йыһазландырыла. Ул һүрәттәрҙе өс Д форматында күрһәтеп тамашасыларға сағыу эмоциялар бирә. Һанлы технология ҡулланыуҙың тағы бер ыңғай яғы – хромакей зонаһы булдырыу. Ул онлайн-режимда уҙғарылған сараларға өҫтәмә мөмкинлектәр бирәсәк.

Медиаүҙәк алты йүнәлеш буйынса эш алып барасаҡ. Төп эшмәкәрлектәрҙең береһе концерт залында һәм төрлө район мәҙәни учреждениелары ойошторған сараларҙы мәғлүмәти яҡтан оҙатып барыу. Бынан тыш, онлайн трансляциялар һәләтле балаларға ҙур сәхнәгә сығыуға булышлыҡ итәсәк. Медиаүҙәк инициаторҙары әйтеүенсә, заманса йыһазландырылған концерт залында мәҙәни сараларҙан тыш, спектаклдәр ҙә ҡуйыу һәм уларҙы онлайн-форматта күрһәтеү планлаштырыла.

Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 88 күп функциялы мәҙәни усаҡтарҙа виртуаль залдарға инеү нөктәләре эшләй. Шулай уҡ концерттарҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Башньюс һәм «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ютуб каналында ҡарарға мөмкин. Яңы продукт үҙ тамашасыһын табыр, тигән ниәттә медиаүҙәк коллективы.

Әлфинә Килдейәрова.