Заман башҡорт операһы лабораторияһы либретто оҫталары конкурсы еңеүселәрен билдәләгән

Жюри конкурсҡа тәҡдим ителгән 19 эш араһынан 6-һын һайлап алған. Икенсе этапҡа үтеүселәр араһында билдәле шағирә Тамара Искәндәриә менән журналист Баныу Ҡаһарманованың опера либреттолары ла бар.

Алты әҫәр араһынан иң яҡшылары конкурстың икенсе этабында – опера спектаклдәре фрагменттарын әҙерләүҙә ҡатнашасаҡ.