Был турала ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләренә арналған видеоконференция-кәңәшмәлә белдерҙе. Унда округҡа ингән төбәк етәкселәре шул иҫәптән, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Фекер алышыуға коронавирус йоҡтороусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе сығарылды. Башҡортостанда инфекция менән сирләүселәрҙе дауалау өсөн 4 мең ярым урын әҙерләнгән.
Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында махсус стационар асылған һәм 10-сы ҡала клиник дауаханаһында резерв әҙерләнгән. Бынан тыш, декабрҙә республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһына Стәрлетамаҡта яңы асылған йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау үҙәгендәге 300 урын өҫтәлә.




