Өфөнөң Совет районынан 825 кубометр ҡар сығарылған

Коммуналь хеҙмәттәр ҡалалағы ҡар һәм сүп-сарҙы сығарыу эшен даими алып бара. Совет районы биләмәһен тәртиптә тотоу иғтибар үҙәгенән һис ҡасан ситтә ҡалмай.

Фото №1 - Өфөнөң Совет районынан 825 кубометр ҡар сығарылған

12 февралдә йөрөй торған юлдар, майҙандар, баҫҡыстарҙы таҙартыу, сүп-сар йыйыу буйынса механикалаштырылған һәм ҡул эше йәлеп ителгән саралар күрелгән. Мәҫәлән, Большая Гражданская, Ленин урамдары, Октябрь проспекты, туҡталыштар, тыҡрыҡтар, шулай уҡ парковкалар таҙартылған.

Йәйәүлеләр һуҡмаҡтарына, ихаталар тирәһенә ҡом-тоҙ ҡатышмаһы һибелгән. Дөйөм әйткәндә, райондан 825 кубометр ҡар сығарылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ