Башҡорт сода компанияһына Шахтау сеймалы 2040 йылға тиклем етәсәк

Компанияла кер йыуыу синтетик порошоктарын етештереү яйға һалынасаҡ. Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районында Радий Хәбиров эш сәфәре менән булды. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Шахтау урынында күл. Тауҙы океанда йөҙгән айсберг менән сағыштырғанда, уның аҫтында тағы ла күберәк сеймал булыуы мөмкин. Һәр хәлдә сода эшләүселәр уны 2040 йылға тиклем етерлек булыуына ышана. Мәскәүҙә сауҙа йортон ябыу һөҙөмтәһендә 1, 5 миллиард һум күләмендә аҡсаны экономиялап, ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 12, 5 процентҡа күтәргән. Шулай уҡ киләсәктә уларҙы торлаҡлы итеү кеүек социаль программа булдырыу күҙ уңында тотола.

«Сода» компанияһы илдә кальцийланған аш содаһын етештереү буйынса беренсе урында. Шулай уҡ каустик сода, кабель эшләп сығарыла. Урта һәм оло быуын кешеләре «Зифа» порошогы менән ҡасан һуңғы тапҡыр кер йыуғанын хәтерләйҙәр микән? Былтыр уны етештереү туҡтатылған. Киләсәктә «Зифа» тағы ла магазин кәштәләрен биләүе мөмкин. Предприятиеның «Эколь» цехында Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа ошо хаҡта һүҙ барҙы. Консерваланған етештереү линияһын ҡайтанан асыу мөмкинлеге ҡаралды. 

Эдуард Давыдов, Башҡортостан сода компанияһы генераль директоры

Был боҙ бөртөктәренә оҡшаған материал бер нисә минуттан һөт ҡабына әйләнә. Һөттө оҙағыраҡ әсетмәй һаҡланһын өсөн заманса технология ҡулланыла. Заводта эшкәртелгән материалдарҙан ғына түгел, бөтә йыһаздарҙан да яңы еҫ аңҡый. Сөнки туҡтауһыҙ эшләп торған аппаратура бер ай элек кенә эшкә ебәрелгән. «Стрэкс Пак» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы аҙыҡ-түлек ҡаптары етештерә. Проект былтыр «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған. Уның өсөн ике миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.

Был төргәктәр тонналап һөттө бүлеп һалырға етәсәк. Һөт һүҙе ҡаҙаҡса яҙылған, тимәк, Ҡаҙағстанға ебәрелә. Ә эргәһендәге ҡаптан Санкт- Петербургта йәшәүселәр һөт эсәсәк. Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ ауылындағы предприятие айына 100 миллион ҡап етештерерә ниәтләй. Бында 110 кешегә эш урыны булдырылған.

1 декабрҙә Стәрлетамаҡ янындағы был яланда заманса клиник – диагностика йоғошло ауырыуҙар үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү 10 октябрҙә башланған. Ошо маҡсатта ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Коплекслы үҙәк 60 бокстан тора һәм штатлы эш режимында ул 120 койкаға иҫәпләнгән. Ғәҙәттән тыш осраҡ тыуа ҡалһа, бында өҫтәмә 260 койка урынлаштырырға мөмкин буласаҡ. Дауалау өсөн дә бөтә заманса шарттар тыуҙырыла. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ һалынасаҡ. Радий Хәбиров төҙөлөш эштәрен ҡараны һәм объект 1 декабргә файҙаланыуға тапшырыласағын билдәләне.

Фото №1 - Башҡорт сода компанияһына Шахтау сеймалы 2040 йылға тиклем етәсәк

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ