Өфөлә йәшәүсе рәссам Әлфиә Бикбулатова билдәле шәхестәрҙең ҡурсағын эшләй

Ижадсының коллекцияһында «Биттлз» төркөмө солистарын, төрлө әкиәт геройҙарын һәм башҡорт артистарының 3 Д форматта күрергә мөмкин.

Әлфиә Бикбулатова иң тәүҙә балауыҙҙан Скорпионс» төркөмө йырсыһы Клаус Майнены һынландыра. Сит ил артистарынан тыш, оҫтабикә ижадында башҡорт сәхнәһе йондоҙҙарын да кәүҙәләндерә. Улар араһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең билдәле солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Мөхәммәтшина ла бар. Ул – самауыр менән бейеү образында. Был шөғөлгә һөйөүҙе бала саҡтан ата-әсәйем уятты, ти рәссам. Оҫта ҡурсаҡтарҙы тулыһынса үҙе эшләй, уларға костюмдар ҙа тегә. Эшендә тик тәбиғи материалдар ғына ҡуллана. Тиҙҙән персонаждарҙы баш ҡала халҡы үҙ күҙҙәре менән күрә аласаҡ. Әлфиә Бикбулатова киләһе йыл күргәҙмә ойошторорға ниәтләй.

Яратҡан шөғөлөм менән булышҡанда әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тойғолар кисерәм. Ҡурсаҡтар йылмая башлаған кеүек. Һүрәт төшөргәндә, йәбештергәндә ял итәм. Ижадта иң мөһиме эшләгән образың иң элек үҙеңә оҡшарға тейеш.

Әлфиә Бикбулатова, рәссам

Әлфинә Килдейәрова.