Пандемия башланғандан алып сир йоҡтороуҙың 10 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар күп булған район һәм ҡалаларҙа диспансеризация уҙғарыу ваҡытлыса туҡтатыла. Республика башлығы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.
Радий Хәбиров белдереүенсә, дауаханаларҙа планлы ҡабул итеүҙәр туҡтатылмай, әммә инфекция таралыуға бәйле хәлде даими контролдә тоторға кәрәк.





