Был туралағы проекттар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында ҡарала. Уға ярашлы, депутаттарҙың төп эш урынын һаҡлап, дәүләт эшен башҡара алыу ваҡыты билдәләнә. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Ҡоролтайҙа 110 депутат, уларҙың 24-е генә был эштә профессиональ нигеҙҙә, ҡалғандарының икенсе эш урыны бар.





