Башҡортостанда “Бала саҡты ҡайтарыу” Волга буйы федераль округы фестиваленә йомғаҡ яһалды

Быйыл ул онлайн рәүештә үтте, унда 260 бала ҡатнашты. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар төрлө номинацияла  һәләтен күрһәтте. Республика вәкилдәре “Бейеү” һәм “Оригиналь жанр” номинацияларында еңеү яуланы. Федераль инспектор Михаил Закомалдин белдереүенсә, фестивалдең төп маҡсаты – һәр балала үҙ-үҙеңә ышанысты нығытыу, таланттарын асыҡлау.