Был турала Башҡортостан башлығы республика хөкүмәтендә үткән оперативкала белдерҙе. Законһыҙ алкоголь һатыу осраҡтары ултырыштың көн тәртибенә сығарылғайны. Радий Хәбиров элекке ваҡиғаларҙы телгә алып, Әбйәлил районында суррогат менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы көрәште миҫал итеп килтерҙе.
Халыҡты ағыулаусыларға ҡарата әҙәплелек һаҡларҡа кәрәкмәй. Бутлегерҙар тураһында мәғлүмәт биреүселәргә дәртләндереү сараһын ҡулланыу мөһим, тине Башҡортостан башлығы. Ултырышта шулай уҡ коронавирусты иҫкәртеү саралары буйынса ла фекер алышынды. Пандемияға бәйле хәл киҫкенләшеү сәбәпле, поликлиникаларҙа диспансерлаштырыу һәм һөнәри медицина тикшереүҙәрен кисектереп тороу тәҡдиме булды.
Ултырышта шулай уҡ юлдарҙа үлем күрһәткестәре артыуы мәсьәләһе буйынса ла фекер алышынды. Юл һәм транспорт хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, һуңғы осорҙа йәйәүлеләр менән бәйле авариялар һаны арта. Уларҙың күбеһе үлем осраҡтары менән тамамлана.
Башҡортостан башлығы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса республикала етди саралар күрелеүен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта күңелһеҙ статистиканың юғары үрмәләүе хафаға һала. Әгәр йыл аҙағына тиклем хәл төҙәлмәһә тармаҡ министрлығында кадрҙар мәсьәләһен ҡайтанан ҡарарға тура киләсәк тип иҫкәртте Башҡортостан башлығы.





