Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Бөгөн уның рәйеслегендә үткән хөкүмәт президиумы ултырышында эш урынында КОВИД йоҡторған хеҙмәткәрҙәрҙе реабилитациялау мәсьәләһе күтәрелде.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, әлегә махсус сертификат юллап 330 ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында медицина, социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, полиция вәкилдәре бар. 265 ғариза хупланған. Сертификаттар «Ғаилә» социаль ярҙам үҙәктәрендә таратыла. Андрей Назаров сертификаттарҙы тапшырыуҙы мөмкин тиклем ябайлаштырыу бурысын ҡуйҙы.




