Республика парламенты ер участкаларын бүлеү вәкәләттәренә үҙгәреш индереү буйынса закон проектын ҡарай. Ул был кесаҙна үткән пленар ултырышта икенсе уҡыуға сығарыла. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо закон проектына бәйле мәсьәләләр буйынса брифинг ойошторолдо. Унда Ер һәм мөлкәт министрлығы, район-ҡала хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Парламент рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Иртәгә “Асыҡ студия” тапшырыуында ер участкаларын бүлеүгә бәйле закон проекты буйынса һөйләшеү ойойшторола. Тура эфирға Парламент рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова саҡырылған.





