Республика урмандарында бер тәүлектә 5 кеше аҙашҡан

Республика урмандарында бер тәүлектә 5 кеше аҙашҡан
Фото №1 - Республика урмандарында бер тәүлектә 5 кеше аҙашҡан

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Салауат ҡалаһынан ике ир Ишембай районында бәшмәк эҙләп юлдан яҙған. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренә бәйләнешкә ингәс кенә, улар асыҡ ергә үҙ аллы сыға алған. Силәбе ҡунаҡтарын Белорет урмандарында навигатор аҙаштырған. Юл күрһәтеүсе ҡулайлама машиналағы 3 ирҙе юлһыҙ ергә килтереп сығара. Автомобилдәре  батҡас,  улар ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итергә була.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ