Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Сколков фән һәм технологиялар институты ректоры Александр Кулешов менән Башҡортостан хөкүмәте, Сколтех һәм республиканың уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Консорциумға Башҡорт дәүләт, Башҡорт дәүләт медицина , Өфө дәүләт авиация техник, Өфө дәүләт нефть техник университеттары һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр институты инә. Документ Башҡортостан өсөн махсус шарттарҙа төҙөлдө. Сколтех иҡтисад тармаҡтарында ҡулланыу өсөн кадрҙар һәм инфраструктура сығанаҡтары булдырыу маҡсатында республика менән генә хеҙмәттәшлек итәсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.




