Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар тағы 85 кешегә артты

 Пандемия башланған көндән мәкерле сир 10415 осраҡта раҫланды. Стационарҙарҙа 197 , өй шарттарында 742 пациент дауалана. 9 кешенең хәле ауыр, уларҙың икеһе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 52 пациент һауыҡҡан. Үлем статистикаһында үҙгәреш юҡ.

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт кеше күпләп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында мотлаҡ битлектә һәм бирсәткәлә булыу талабын рәсмиләштерҙе. Бынан тыш, ведомство ҡарары менән төнгө сәғәт 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем барлыҡ күңел асыу саралары тыйылды.

Фото №1 - Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар тағы 85 кешегә артты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ