Танылған шағирә, драматург, йырҙар авторы Зөһрә Фәйзуллинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Һәүәҫкәр композиторҙы күптәр «Мәктәп вальсы», «Өсмөйөшлө хаттар», «Илекле ҡыр», «Арҡайым» кеүек бик күп йырҙары аша танып белә. Зөһрә Хәдит ҡыҙына быйыл йәй 74 йәш тулғайны.

Зөһрә Хәдит ҡыҙы Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында 1946 йылда донъяға килә. Һөнәре буйынса уҡытыусы ижадсы оҙаҡ йылдар балалар өсөн төрлө әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Улар Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театрында уңышлы сәхнәләштерелә. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы үҙен төрлө өлкәлә һынай. Ул шул уҡ ваҡытта журналист та, шағирә һәм драматург та. Исеме күптәргә йырҙары аша ла яҡшы таныш.

Зөһрә Фәйзуллинаның шиғырҙары ысын мәғәнәһендә йырлап тора. Ә йырҙары сәхнә оҫталары тарафынан яратып башҡарыла. Нәфис һүҙгә ғашиҡ ижадсы үҙе лә шиғырҙар уҡырға ярата.

Зөһрә Фәйзуллинаның ижады халыҡсанлығы менән үҙенсәлекле. Үҙе артынан ул үлемһеҙ йырҙар ҡалдырҙы. «Мәктәп вальсы», «Өс мөйөшлө хаттар» һәм башҡалар. Йырланасаҡ әле...

Азат Ғәлиуллин.