«Башфармация» дарыуханаларында антигриппин һәм аскорбин кислотаһын етештереү дауам итә

Элекке технологиялар буйынса сығарылған дарыуҙар бөгөн дә киң ҡулланыла. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Дарыуҙарҙы эшләүҙә ҡулланылған элекке технологиялар әле лә актуаль. «Башфармация» дарыуханаларында яраҡлылыҡ ваҡыты әҙ булған йәки табип рецебы һәм шәхси заказ буйынса препараттар эшләнә. Ләкин әлеге осорҙа вирусҡа ҡаршы дарыуҙарға ихтыяж юғары. Шуға күрә антигриппин һәм аскорбин кислотаһы ла етештерелә.

Рецепт буйынса етештереү бүлегендә әҙерләнгән дарыуҙарҙа консервант, стабилизатор, хуш еҫле һәм буяғыс матдәләр ҡулланылмай. Шуның өсөн препараттар хәүефһеҙ тип һанала. уларҙы аллергиянан яфаланыусыларға ла ҡулланырға мөмкин.

Екатерина Боброва, провизор-технолог

Сеймалды етештереүгә ебәрер алдынан ул ентекләп тикшерелә. Ҡабул итеү контролендә субстанцияларҙың дөрөҫлөгөн ҡарау өсөн төрлө химик реакциялар үткәрелә, анализ яһала. Медикамент эшләү өсөн юғары белемле булыу ғына етмәй, белгестәр өҫтәмә рәүештә махсус уҡыуҙар үтеп рөхсәт ҡағыҙы ала. Был дарыуханала көнөнә яҡынса 300 препарат әҙерләнә, күләмде арттырыу мөмкин түгел, сөнки барыһы ла ҡулдан эшләнә.

Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Һатып алыусылар совет заманы йылдарындағы дарыуҙарҙы әле лә һорап мөрәжәғәт итә. Рецепт шулай уҡ, бер нәмә лә үҙгәрмәгән.

Людмила Доброва, 308-се дарыухананың рецепт буйынса етештереү бүлеге

Матдәне билдәле бер күләмдә үлсәү өсөн провизор-технолог махсус ҡоролма һәм ҡул үлсәүен ҡуллана. Артабан аскорбин кислотаһы һәм антигриппин балауыҙлы ҡағыҙға һалына. Рецепт буйынса етештереү бүлеге протаргол, йәки танауға тамыҙмалы дарыу ҙа етештерә. Иң мөһиме,  вирусҡа ҡаршы препарат өлкәндәр һәм балалар өсөн айырым һатыла.

Фото №1 - «Башфармация» дарыуханаларында антигриппин һәм аскорбин кислотаһын етештереү дауам итә
Башбат

Әлфинә Килдейәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ