Аяуһыҙ сир менән көрәшкәндәр араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа бар. Хоспис төҙөү мәкерле ауырыуға дусар булғандарҙың ғына түгел, яҡындарының да хәлен еңеләйтеү мөмкинлеге бирәсәк. Өлкәндәр һәм балалар бүлексәләрен үҙ эсенә аласаҡ яңы форматтағы медицина учреждениеһы һалына башлаған да инде. Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлгән обьект баш ҡалаға ингән ерҙә, «Мега» сауҙа үҙәге эргәһендә күтәрелә. Ул тулыһынса иғәнәләр иҫәбенә сафҡа индерелә. Төҙөлөшкә аҡса күсереүселәрҙең береһе менән хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова аралашты.
Елена Бикбулатова 4 китап авторы, быйыл фекерҙәштәренең ярҙамы менән нәшриәт йорто ла асып ебәргән. Хәҙер ул китап һатыуҙан килгән аҡсаның 15 процентын хоспис төҙөүгә йүнәлтергә ниәтләй. Елена онкология сирлеләрҙең нисек интегеүҙәрен, һуңғы көндәрендәге михнәттәрен яҡшы белә. Яман шештән яфаланған атаһы 4 йыл буйы түшәктә ята, түҙә алмаҫлыҡ ауыртыныуҙарҙан ыҙалай. Шуға күрә лә Елена хәйриә эшмәкәрлеген атаһы иҫтәлегенә бағышлаған.
Елена Бикбулатова үҙе лә инвалид, өҫтәүенә, ул физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләй. Әммә ханым фекеренсә, изгелек эшләйем тигән кеше өсөн бер ниндәй ҙә сиктәр юҡ. Һәм был шәфҡәтлелек акцияһына һәр кем ҡушыла ала. Аҡса төҙөлөш мәлендә лә, сирлеләргә ярҙам өсөн дә кәрәк буласаҡ. Әле объекттың нигеҙе һалына, ҡыш стеналар күтәрелә башлаясаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы 800 миллион һум, бөгөнгө йыйылған иғәнәләрҙең суммаһы – 20 миллион.
Хоспис Өфөгә ингән ерҙә, «Мега» сауҙа үҙәгенең артында төҙөлә. Медицина учреждениеһы 60 урынға иҫәпләнгән. Бынан тыш, алты күсмә бригада эшләйәсәк. Улар аяуһыҙ сиргә дусар булғандарға тейешле ярҙам күрһәтәсәк.
Рәмзиә Кәримова.




