Был төр әмәлиәт республикала һуңғы йылдарҙа эшләнә башланы. Киңәйгән ҡан тамырына заманса операция барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева күҙәтте.
Эндопротез төргәгенән операция ваҡытында асыла. Уның ҙурлығы һәр пациентҡа шәхсән һайлана. Кеше организмындағы иң ҙур ҡан тамырына ул тура килергә тейеш. 71 йәшлек ирҙә ҡорһаҡ аортаһы аневризмаһы. Ул ҡан тамырының бер урында саманан тыш киңәйеүен аңлата. Элек был диагноз менән операциялар асыҡ ысул менән эшләнгән.
Һуңғы йылдарҙа сирҙе яңы технология буйынса операция яһауға өҫтөнлөк бирелә. Сөнки был төр әмәлиәттән һуң пациент ике көндә аяғына баҫа, ти табиптар. 7-8 кеше өсөн ошо маҡсатта республикала квота бүленә.
Хирургтарҙың һәр хәрәкәте рентген аша мониторҙа сағыла. Стент-графт тәндәге ике уйым аша индерелә. Киңәйгән ҡан тамыры эсендә ул ялғау ролен башҡара. Уның кәрәкле урынға теүәл урынлаштырыуҙа бөгөн магнит тоҙаҡ ҡулланылды һәм был сираттағы әмәлиәттең үҙенсәлеге.
Ҡорһаҡ аортаһында аневризма 65 йәштән өлкән ир-егеттәрҙә йышыраҡ осрай. Тәмәке тартыу, атеросклероз уға килтереүсе сәбәптәр. Шулай уҡ нәҫелдән килеүе мөмкин. Сир булғанда, кеше эсе ауыртыуға зарлана. Ваҡытында белеп ҡалыу операцияға тиклем алып барып еткермәй, ти белгестәр. Ә дауаламағанда, ҡан тамыры шартлап кеше ғүмере өҙөлөүе мөмкин.
Рәмилә Исмәғилева.




