3 йәшлек малайҙың психик үҫешендә тайпылыш асыҡланған. Дима үҙ эсенә бикләнгән, һөйләшмәй, башҡа балалар менән уйнамай. Был сирҙе дауалау өсөн ҡиммәтле реабилитация үтергә кәрәк. “Минең дуҫтарым” ғаиләгә ярҙам итеү хәйриә фонды аҡса йыйыу ойошторҙо. Малайҙың әсәһе Анна Вәлиуллина улын яңғыҙы тәрбиәләй. Уның әйтеүенсә, бер тапҡыр реабилитация үткәреү өсөн 120 мең һум талап ителә.
Дима Вәлиуллинды дауалауға аҡса күсереү өсөн 7715 номерына тейешле аҡса суммаһы күрһәтелгән смс (мәҫәлән, Друзья 500) ебәрергә була йәки “Минең дуҫтарым” (“Мои друзья”) хәйриә фонды сайтында тулараҡ мәғлүмәт күрһәтелгән.





