Сара башлыса онлайн форматта уҙғарыла. Уның сиктәрендә түңәрәк өҫтәл, өлкәнең башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу планлаштырылған. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Тюменцева һөйләй.
Сара сиктәрендә 4 ноябрҙә “Беҙ бергә” исемле мәҙәни фестиваль ойошторола. Төбәктәге башҡорт мәҙәни-тарихи үҙәге методисы Юлиә Нуриәхмәтова.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Рәсәй төбәктәрендә башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, тарихи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, фольклорҙы, телде һәм йолаларҙы һаҡлау, халыҡ-ара татыулыҡты нығытыу маҡсатында үткәрелә.






