Башҡортостан башлығы «Ауыл сәғәте» форматында сираттағы онлайн кәңәшмә уҙғарҙы

Унда баҡсасылыҡ һәм республикала еләк-емеш үҫтереү мәсьәләһе күтәрелде. Республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, Башҡортостанда баҡсасы һәм еләкселәр союзы булдырыу өҫтөндә эш башланған.

Йәмәғәт ойошмаһы йәшелсә-емеш үҫтереүселәрҙе һәм уларҙы эшкәртеүселәрҙе берләштерәсәк. Маҡсат республикала үҫтерелгән уңышты эшкәртеп эске баҙарға һатыуға сығарыу. Башҡортостан башлығы ауыл хужалығындағы был йүнәлештең төп бурыстарына туҡталды.

«Ауыл сәғәте»ендә Шишмә питомнигы етәксеһе Рәмил Ғәлиуллин тармаҡтағы күләмле проекты тураһында һөйләп үтте. 2020 йылда төбәктә 22 гектар майҙанда алма баҡсаһы ултыртылған. Емеш алыуҙы тиҙләтеү технологияһы ҡулланыла. Киләһе йылдан тағы ла 60 гектар майҙанды емеш баҡсаһына бүлеү ҡарала.

Кушнаренко районы «Столыпин» агропредприятиеһында баҡсасылар өсөн йәш үҫентеләр әҙерләй. Ер еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, һырғанаҡ тәҡдим ителә. 2020 йылда 3 мең үҫенте һатыуға сығарылған. Планда Европа талаптарына яуап биргән заманса эшкәртеү линияһын сафҡа индереү.

«Архангел ҡайнатмаһы» йәмғиәте лә ауыл хужалығын төрлөләндереү проекты менән таныштырҙы. Төбәктә быйыл 14 мең тонна алма эшкәртелгән. Предприятие сифатлы шарап материалдары етештерергә иҫәп тота.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы «Ауыл сәғәте» форматында сираттағы онлайн кәңәшмә уҙғарҙы

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ