Бишбүләк районында яңы хакимиәт башлығы

Район советы ҡарары менән яуаплы вазифаға бөгөн Артур Зарипов тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләгән. Ә Бишбүләк районы менән 21 йыл идара иткән Наил Ғатауллин үҙ вазифаһын бушатты, абруйлы һәм тәжрибәле етәксенең фиҙаҡәр хеҙмәте республиканың иң юғары дәүләт наградаһы – «Башҡортостан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены менән баһаланды.

Ауыл хужалығы, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары, социаль объекттар, мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар, оҫталарҙың ижад емештәре. Бишбүләктәрҙең килгән ҡунаҡтарға күрһәтерлек, ғорурланырылыҡ ҡаҙаныштары бихисап. Район республиканың тотороҡло үҫешкән, алдынғы төбәктәренең береһе һанала. Әле урында етештереүгә генә түгел, эшкәртеүгә лә ныҡлы иғтибар бирелә.

Башҡортостан башлығы хакимиәте башлығы Александр Сидякин билдәләүенсә, Бишбүләктең социаль-иҡтисади үҫешендә 21 йыл буйы районды етәкләгән Наил Ғатауллиндың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Наил Ғабдулла улы республика кадрҙар корпусының алтын бағанаһы, тәжрибәле сәйәсмәндең тормош һәм хеҙмәт юлы фиҙаҡәрлек һәм илһөйрәлек өлгөһө булып тора.

Наил Ғатауллин районды 1999 йылдан алып етәкләй, хакимиәт башлығына төрлө үҙгәрештәрҙе кисерергә, һынауҙарҙы үткәрергә тура килә. Әммә Наил Ғабдулла улы һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Күп милләтле Бишбүләк халҡының проблемалары менән янып йәшәй. Абруйлы етәксенең фиҙаҡәр эшмәкәрлеге бөгөн республиканың юғары дәүләт наградаһы – «Башҡортостан алдындағы хеҙмәте өсөн» ордены менән баһаланды. 

Район советының ҡарары менән бөгөн Бишбүләк районы хакимиәте башлығы итеп Артур Зарипов тәғәйенләнде. Ул әлегә тиклем Наил Ғатауллиндың урынбаҫары булып эшләгән. Артур Зарипов фекеренсә, төбәктең социаль-иҡтисади базаһы көслө, киләсәктә өлгәшелгән күрһәткестәрҙе арттырыу, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү шарт.

Бишбүләк республикаға ғына түгел, тотош донъяға билдәле дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуған төйәге булараҡ та билдәле, шуға күрә төбәккә сит ил делегациялары ла йыш килә. Ә райондың ҡунаҡтар алдында йөҙө ҡыҙарырлыҡ түгел, бында тырыш, сәмле халыҡ йәшәй. Әле район үҙәгендә тотош бер яңы биҫтә ҡалҡып сыҡҡан, әле бында яңы социаль объекттар төҙөлә.

Фото №1 - Бишбүләк районында яңы хакимиәт башлығы

Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ