Был үҙәккә үҫмерҙәр республиканың төрлө төбәктәренән, физика, астрономия, математика кеүек теүәл фәндәрҙе өйрәнеүҙә ирешелгән уңыштары өсөн саҡырылған .Фән, сәнғәт, спорт йүнәлештәрендә уҡыусылар үҙҙәренең оҫталығын камиллаштыра ала. «Йыһан» сменаһы күк есемдәре һәм ерҙең яһалма юлдаштарын ентекле өйрәнеүселәрҙе бер маҡсатҡа берләштерә.
Көҙгө каникулдың ун көнөн үҫмерҙәр баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендә файҙалы шөғөлдәр менән үткәрә. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған үҫмерҙәр өсөн тәбиғи фәндәр, ай-ти технологиялар, заманса инженер күнекмәләре айырыуса ҡыҙыҡлы. Был мәктәпкә маҡсатҡа ынтылыусан, юғары технологияларҙы үҙ иткән, инженер һөнәрен һайларға теләгән уҡыусылар йыйылған.
«Йыһан» сменаһында ҡатнашыу өсөн үҫмерҙәрҙән бөтәһе 150 заявка килгән. Улар араһынан портфолиола тупланған дипломдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары нигеҙендә, айырыуса һәләтле 45 уҡыусы һайлап алынған. Үҫмерҙәр өс төркөмгә бүленеп ракеталар, ерҙең яһалма юлдаштарын өйрәнә, үҙҙәре лә макеттар ҡора.
Гүзәл Борханова.




