Башҡорт халыҡ ижады өлгөләренән төҙөлгән “Мәҡәлдәр календары” халыҡ-ара награда яуланы

Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташыбыҙ режиссер һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллина проекты International Photography Awards конкурсында бүләкләнде. Унда 120 илдән 13 мең фотоһүрәт ҡатнашҡан. 2020-21 йылға төҙөлгән календарь башҡорт мәҡәлдәре һәм милли кейемдәге фотолар менән биҙәлгән.