Ул 2016 йылдан алып уҙғарыла, быйыл бәйге онлайн форматта ойошторолдо, йыр фольклорына бағышланды. Ҡатнашыусылар мөнәжәт, сеңләү, оҙон һәм ҡыҫҡа көй, ансамбль номинацияларында көс һынашты. Конкурсты ойоштороусы, Арғаяш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Милә Солтанова.






