Уларға 7 мең ярымдан ашыу кеше күсергә тейеш. Был турала «Төҙөлөш сәғәте» форматында үткән сираттағы онлайн кәңәшмәлә республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Күсәрбаев белдерҙе. Ошондай йорттарға аҡсаларын һалған 192 кеше быйыл фатир туйлау бәхетенә ирешкән. Проблеманы хәл итеүҙә айырыуса төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль фонд ҙур ярҙам күрһәткән.
Әле 87 проблемалы объект буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылған, был дүрт меңдән ашыу өлөшсөнөң мәсьәләләрен хәл итергә булышлыҡ итәсәк. 54 йорт буйынса компенсация түләнә йәки уларҙы төҙөп бөтөүгә субсидия бүленә. Ҡалған проблемалы объекттарҙың документтары тикшерелә.
Бынан тыш, «Төҙөлөш сәғәтендә Өфөнөң Урман техникумы урамындағы тораҡ йорт төҙөүгә бәйле ҙур инвестиция проекты тикшерелде. «Баҡса ҡулсаһы» махсуслаштырылған төҙөлөш компанияһы был башланғыс нигеҙендә алданған өлөшсөләрҙе лә торлаҡ менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.
Илдар Байбулатов.




