Ковид диагнозы ҡуйылған йәш әсәләр бала табыу йортонда сабыйҙары менән күрешмәй

Бала тапҡандан һуң уларҙы бәпестәрҙән айыралар. Өфөнөң Дим биҫтәһендәге ковид-госпиталдә койкалар иҫәбен күбәйтеү күҙаллана, сөнки йоғошло сир теркәлгән йөклө ҡатынндар артыуы күҙәтелә.

Донъяға тыуғандан һуң был бәпестәр бер тапҡыр ҙа әсәләрен күрмәгән. Әсәләренең наҙлы ҡулдарын латекс бирсәткәле табип ҡулдары алыштыра. Ә өлкәндәрҙе улар битлектә генә күрергә өйрәнгән. Фантастик фильмдарҙы хәтерләткән был күренеш ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөнөң Дим районындағы 3-сө бала табыу йортонда. Балалар һау-сәләмәт, ә әсәләренә ковид диагнозы ҡуйылған. 

Баланы тыуҙырғанда хәүефһеҙлек шарттары үтәлһә сир йоҡмай. Ә әсә һөтө аша күсеүе мөмкин.

Регина Богданова, табип-анестезиолог-реаниматолог, неонатолог

Шуға балалар әсә һөтөнән мәхрүм. Яһалма ҡатнашма менән туҡланалар. Етлекмәй тыуған балалар ҙа ҙа ковид-госпиталь шарттарында йәшәй. Бындағы табиптар хәҙер фотограф һәм оператор ролен дә үтәй. Һәр көн балаларҙың  фото һәм видеоларын әсәйҙәргә ебәрәләр.

Яна үҙенең икенсе улын әле ҡосағына алғаны юҡ. Сабыйын бала табыу йорто табиптары ебәргән фотоларҙан һәм видеоларҙан ғына таный. Әле бәләкәстең хәлен яҡындары аша белеп тора. Сабый тыуғандан һуң биш көн үткәс Ҡалтасы районына ҡайтарылған. Әсәнең ковид менән сирләүе ҡарындағы сабыйҙың сәләмәтлегенә тәьҫир итмәгән, ә йәш әсәгә бында ҡалып дауаланырға тура килә. Ҡандағы кислород миҡдары кәмегән.

Тын алыуы ауыр ине, йүтәл булманы. Мин баламдың сәләмәтлегенә зыян килмәһен өсөн хәлемдән килгәнен эшләнем.

Яна Колотова

Йәш әсә дауахананан сыҡҡас та балаһын ике аҙнанан һуң ғына ҡулына аласаҡ. Ә Гөлназ бала табырға әҙерләнә генә. Йөклө ҡатынды дауаханаға килтергәндә ул организмына кислород етмәүҙән хәлһеҙләнгән булған.  

Инфекцияның бер ниндәй ҙә билдәләре булманы тип әйтһәм дә була. Әҙ генә йүткереп алдым, тамаҡ ауыртты. Анализ биргәйнем, үпкәм 40 процентҡа зарарланған, тинеләр. Мин бынан тиҙерәк һауығып сығырға теләйем, сөнки өйҙә тағы 7 һәм 10 йәшлек балаларым, ирем көтә.

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге был госпиталдә ковид диагнозы ҡуйылған 25 йөклө ҡатынға урын әҙерләнһә, әле ул 55- кә еткерелгән һәм киләсәктә 80 койка була.

Иң ауыры йәй июль айында булды, ауырлы ҡатындарға ла, беҙгә лә, сөнки ныҡ эҫе булды бит. Әле тағы сирлеләр күбәйҙе. Хәлдәренә инергә тырышабыҙ, препараттар менән генә түгел, һүҙ менән дә дауаларға тырышабыҙ.

Динә Әбсәләмова, Дим районы клиник дауаханаһы бала табыу бүлеге мөдире
Башбат

Бында йоғошло сир эләктергән йөклө ҡатындар бөтә республиканан ҡабул ителә.

Фото №1 - Ковид диагнозы ҡуйылған йәш әсәләр бала табыу йортонда сабыйҙары менән күрешмәй

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ