Быйыл Өфөнөң Киров районында республика программаһы буйынса 9 ихата төҙөкләндерелә

Күләмле ремонт тамамланыу алдында, ҡайһы бер участкаларҙа балалар уйын майҙансығы ғына ҡуйырға ҡалған. Батыр урамындағы ихатала комплекслы эш башҡарыла, күп ҡатлы йорт подъездары ла заманса төҫ алған. Милекселәр үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡаршылай. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Подъезға инеү менән, рух күтәрелә. Өфөнөң Батыр урамы, 10/1 адресы буйынса йортта йәшәүселәр үҙ көсө менән стенаны милли тематикаға биҙәгән. Был матурлыҡты улар торлаҡта комплекслы ремонт яһалғандан һуң булдыра. Республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән подъездан милекселәр ҡәнәғәт. Йорт старостаһы Винера Ғафарова подрядсы ойошма менән тығыҙ бәйләнештә булған, кәңәштәре менән генә түгел, ҡул көсө менән дә ярҙам күрһәткән.

Туғыҙ ҡатлы йорт 42 йыл элек төҙөлгән, торлаҡта ремонт эштәре  былтыр уҡ башлана. Тәү сиратта, лифттар яңыртыла. Республика программаһына ярашлы быйыл Башҡортостанда  2180 подъезд ремонтлана, уларҙың 937-һе Өфөлә.

Әлегә баш ҡалалағы күп ҡатлы йорттарҙа 36 подъезд буйынса ремонт эштәре тамамланмаған. Подрядсы ойошмалар табылған етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Ҡалған объекттар комиссия һәм милекселәр тарафынан ҡабул ителеп, файҙаланыуға тапшырылды.

Олег Койда, Башҡортостан биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонт төбәк операторының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Батыр урамындағы ихата ла яңырыу кисерә. Былтыр «Реаль эштәр» проекты буйынса спорт майҙансығы төҙөлһә, быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә юлдар киңәйтелә, яңы асфальт ҡатламы түшәлә. Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Эскәмйә, урналар, яңы арт-объекттар - биләмә хәҙер бәләкәй скверҙы хәтерләтә. Урындағы халыҡ та йәшелләндереү эштәрен юғары баһалай.

Ихаталағы төҙөлөш эштәре 95 процентҡа тамамланған. Тиҙҙән подрядсы компания яңы балалар уйын майҙансығын ҡуя башлай, шулай уҡ билдәләнгән участкала хәүефһеҙлек талаптары буйынса йомшаҡ резина ҡатлам түшәргә ҡалған.

Фото №1 - Быйыл Өфөнөң Киров районында республика программаһы буйынса 9 ихата төҙөкләндерелә

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ