Республикала эшләүсе ковид-госпиталдәр коллективтары ординаторҙар менән тулыландырыласаҡ. Йәш белгестәр ковид-19 сирен дауалау буйынса махсус әҙерлек үткән. Бөгөн буласаҡ табиптар менән онлайн режимда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әңгәмәләште.
Анжела Кибиткованың юғары уҡыу йортон тамамлау ваҡыты тап пандемия башланған осорға тура килә. Ләкин был әле генә парта артында ултырған ҡыҙҙы һис тә ҡурҡытмай. Ул маҡсатлы рәүештә йоғошло ауырыуҙар менән көрәшкә тотона. Студент сағында уҡ шәфҡәт туташы булып эшләп туплаған тәжрибә лә бик ваҡытлы булып сыға.
Республика дауаханаларында Анжела кеүек пандемияның тәүге көнөнән үк алғы фронтҡа баҫыусылар бик күп. Ләкин һуңғы арала коронавирус йоҡтороусылар ҙа бермә бер арта. Ауырыусыларға табип иғтибары етмәй башланы. Республика етәкселеге уларҙың сафтарын тағы ла ординаторҙар менән тулыландырырға ҡарар итте.
Йәш белгестәрҙе амбразура ҡапларға ебәрмәйәсәктәр. Улар поликлиникаларҙа ябай ҡағыҙ эше, телефондан аңлатма биреү, ҡабул итеү бүлмәләрендә ултырасаҡтар. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тап ошондай хеҙмәткәрҙәргә әле ҡытлыҡ ҙур. Улар тәжрибәле табиптарға дауалау эше менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирәсәк.
Әле һаулыҡ һағында 1200 ашыу ординатор. Иртәгә уларҙың сафтары тағы 150 йәш белгес тулыландырасаҡ. Тағы ике йөҙ тирәһе резервта тора. Радий Хәбиров әйтеүенсә, студенттарҙы дауалау-профилактика учреждениеларына эшкә йәлеп итеү уңышлы тәжрибә. Тәүге тапҡыр ординаторҙар мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары булараҡ эш башланы.
Айнур Кәбиров.




