“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә йыл аҙағына тиклем республикала 20 мәҙәниәт обьекты файҙаланыуға тапшырыла

Әле 12 обьектта эштәр теүәлләнгән. 6-һында эштәр дауам итә, ике обьект буйынса графиктан әҙерәк артта ҡалыу күҙәтелә. Стәрлетамаҡта Башҡорт мәҙәниәт колледжы 60тан ашыу, Сибайҙа концерт-театр берләшмәһе бинаһын реконструкциялау 86 процентҡа әҙер. Яңы йылға тиклем яңыртылған алты кино залы, виртуаль концерт залы асыла. Бөгөнгә ике виртуаль концерт залы эшләй, өсөнсөһө Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе базаһында була, Илеш районында тағы ла бер модель китапхана төҙөлә.