Премьер-министр Андрей Назаров шундай маҡсат билдәләне. Уның белдереүенсә, быйыл бүленгән аҡса 65 процентҡа үҙләштерелгән, был уҙған йылдағынан 16 процентҡа күберәк. Быйыл Башҡоростанда 50 милли проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 31 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған, уның 20 миллиард һумдан күберәге федераль ҡаҙна өлөшө.





