Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте

Ратмир Сәрүәр улы Бәҙретдинов 1931 йылдың 15 ноябрендә Мәсетле районында тыуа. Хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист булып башлай. 1973 йылда ансамбль директоры итеп билдәләнә. 1980 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры вазифаһын башҡара. 1986-2001 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры урынбаҫары һәм баш администраторы була. “Ратмир Сәрүәр улы башҡарған һәр бейеү сәнғәт әҫәренә әйләнә ине”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Риф Ғәбитов.

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте

Ратмир Бәҙретдинов 13 йылдан ашыу “Байыҡ” телепроектының баһалама рәйесе булды. Ул бик күп бейеүселәргә төплө кәңәштәре менән ярҙам итте”, - ти “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева.

Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған бейеүсе Ратмир Бәҙретдинов арабыҙҙан китте

Ратмир Бәҙретдинов иртәгә Өфөлә Мосолман зыяратында ер ҡуйынына тапшырыла.