Башҡортостанда уҡыусыларҙың көҙгө каникулы 9 ноябргә тиклем ойҙатылды

Бындай ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ойошторолған оператив кәңәшмәлә ҡабул ителде. Уҡыу процесын кисектереп тороу башланғысы менән республиканың һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм фән министрлыҡтары, шулай уҡ ҡуланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте сығыш яһаны.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көҙгө каникул 5 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш ине. «Яңы ҡарарҙың ҡабул ителеү менән инкубация осорон өҙөрбөҙ һәм беҙҙең балалар мәктәпкә бер ниндәй ҡурҡыуһыҙ йөрөй алыуына өмөтләнәм», - тине Башҡортостан башлығы. 

Фото №1 - Башҡортостанда уҡыусыларҙың көҙгө каникулы 9 ноябргә тиклем ойҙатылды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ