Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указы менән быйыл төбәктә «Ауыл тренеры» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы.
Ул ауылдағы спорт мәктәбенә эшкә ҡайтҡан тренерҙарға бер тапҡыр 600 мең һум түләүҙе күҙ уңында тота. Әле республика ауылдарына тағы ла130 тренер талап ителә. Һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында дзюдо менән шөғөлләнеүселәр артҡан. Был, әлбиттә, бында хеҙмәт итеүсе тренерҙарҙың юғары һөнәри оҫталыҡтары һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре тураһында һөйләй.
Һүҙ башлыса Илфат Баҡтыбаев хаҡында бара. Илфат Илдар улы йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, эскелек, наркомания һәм тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән аралауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Тренер шулай уҡ балаларҙа яҡшыны ямандан айыра белеү, үҙеңдән көсһөҙҙө ҡыйырһытмау, түҙемле, рухи йәһәттән көслө булыу кеүек матур сифаттар тәрбиәләй.




