Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса республикала 10 мең 768 сирле теркәлгән. 9 мең 755 кеше һауыҡҡан. Вафат булыусыларҙың дөйөм иҫәбе – 53-кә етте. Вафат булған һуңғы пациентҡа килгәндә, ул – 1951 йылғы ҡатын, III стадиялағы гипертония, диабетик ангиопатия менән ҡатмарлашҡан 2-се типтағы шәкәр диабеты, нейропатия сирҙәренән яфаланған.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан стационарҙарында – 224 кеше дауалана,12 сирле ауыр хәлдә, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 736 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.




