2021 йылға килем 188 миллиард, сығымдар – 212 миллиард һум тәшкил итер, тип фаразлайбыҙ. Был һуңғы һандар түгел, унда тағы төҙәтмәләр булыр. Шулай ҙа күрһәткестәр кәмегәне һиҙелә, пандемия республика иҡтисадына йоғонто яһаны, тип белдерҙе Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.





