Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙағы көсөргәнешлекте кәметеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙағы көсөргәнешлекте кәметеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе
Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙағы көсөргәнешлекте кәметеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе

Радий Хәбиров ковид-госпиталдәрҙәге урындарҙы ҡаты сирлеләр өсөн файҙаланырға ҡушты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, өй шарттарында дауаланыуға күсереү мөмкинлеге булған пациенттар дауаханан сығарылырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына дауаханаларҙағы көсөргәнешлекте кәметеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, республика дауаханаларындағы урындарҙың 82 проценты тулы. Инфекцияны дауалау өсөн 4 мең 780 урын бүленгән. Рәсәйҙә дүрт көн рәттән коронавирус йоҡтороусылар һаны 18 меңдән ашып китте. Башҡортостанда уҙған тәүлектә 93 кешелә хәүефле вирус табылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ