Был абруйлы бүләк ғаиләлә мәҙәни-тарихи тикшеренеүҙәр алып барған өсөн бирелә. Лауреаттар араһында Баймаҡ районынан “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Айҙар Мәжитов бар. Ул “Ваҡыт һаҡсыһы” номинацияһында еңеүсе булған.
“Ғаилә ҡомартҡыһы” милли премияһын еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан, 6 ноябрҙә Рәсәй Йәмәғәт палатаһында онлайн үтә.






