“Формула-1” уҙышы Эмилья-Романья трассаһында үтте. Яҡташыбыҙ Альфа Таури командаһы өсөн сығыш яһай. Ул 4-се урын алып 12 мәрәйгә эйә булды. Дөйөм турнир теҙмәһендә Даниил Квят 13-сө урында килә. “Формула-1” уҙышының киләһе этабы ноябрь урталарында Төркиәлә үтә.





