Республика башлығы Указына ярашлы, һәр бер предприятие, учреждениела ковидҡа ҡаршы инспектор булырға тейеш. Белгестәр әҙерләү буйынса яуаплылыҡ Башҡорт дәүләт медицина университетына йөкмәтелде. Әлегә юғары уҡыу йорто булдырған мәғариф порталы аша 16 меңдән ашыу кеше белемен камиллаштырып, онлайн-курс үткән. Халыҡ сәләмәтлеге һағында торған инспекторҙар менән БСТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
Бөҙрәхана етәксеһе Светлана Әхмәҙуллина клиенттарҙы шәхсән үҙе ҡаршылай. Ҡулындағы ҡыҙыл таҫма – эшкә ҡарата яуаплылыҡ билдәһе. Ковидҡа ҡаршы инспектор булараҡ һәр кемдең температураһын үлсәй, санитар-эпидемиологик талаптарҙың ҡәтғиләшеүе хаҡында иҫкәртә. Кәрәккәндә, һаҡлау саралары менән дә тәьмин итә. Биналағы таҙалыҡ та контролдә тотола.
Коронавирус бөҙрәхананың эш режимына төҙәтмәләр индерә. Хәҙер бында алдан яҙылып ҡына эләгергә мөмкин. Битлек һәм бирсәткәлә булыу мотлаҡ. Салонда социаль дистанцияға бәйле билдәләр ҙә һыҙылған.
Бөҙрәханалар бушап ҡалһа ла, сауҙа комплекстарында халыҡ ағымы кәмемәй. Өфөләге учреждениеларҙың береһендә ике инеү урыны, уларҙың һәр ҡайһыһында һаҡ хеҙмәте эшләй. Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар залда дежурлыҡ алып бара. Даими рәүештә эшҡыуарҙар, һатыусыларҙың температураһын үлсәйҙәр. Залда битлек режимы үтәлеше лә етди күҙәтеү аҫтында. Етешһеҙлектәр булғанда, иҫкәртеүҙәр яһала.
Сауҙа комплексында өс сәғәт һайын һаҡлау сараларын алмаштырыу талап ителә. Шуға көн һайын эшҡыуарҙарға битлек, бирсәткә запасы тапшырыла. Һәр кемдең теләге бер...
Ковидҡа ҡаршы инспекторҙар Башҡортостандың һәр бер предприятие-ойошмаһында эшләргә тейеш. Ошо маҡсатта белгестәр әҙерләү буйынса онлайн-курстар ойошторола башланы. Мәғариф порталындағы лекцияларҙы Башҡорт дәүләт медицина университеты белгестәре әҙерләгән. Әйткәндәй, инспектор булыр өсөн медицина белеме талап ителмәй. Иң мөһиме – әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм эшкә яуаплы ҡараш. Предприятие тарафынан билдәләнгән хеҙмәткәрҙәр табиптар кеүек коронавирус инфекцияһы менән көрәштә алғы һыҙыҡҡа баҫа.
Гөлназ Хәйбуллина.




