Йылдар буйы тупланған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уникаль мөмкинлек

Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек сараларын шулай баһалай. Республика етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡала юбилейға тулыһынса үҙгәрергә һәм заманса мегаполисҡа әйләнергә тейеш. Был маҡсат матурлыҡ, бөхтәлеккә генә ҡағылмай. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә әһәмиәтле датаға әҙерлектең бер өлөшө.

 2024 йылға Өфөнө матурлау менән Мәскәү урбанистика үҙәге етәксеһе Сергей Капков шөғөлләнә. Программа баш ҡаланың тарихи өлөшөн үҙгәртеп ҡороуҙы күҙ уңында тота.

Атап әйткәндә, Октябрь революцияһы урамын, ундағы тарихи биналарҙы фудкорттар, бәләкәй театр майҙансыҡтары һәм ижади биләмәләр өсөн файҙаланып, йәйәүлеләр урамы итеү планлаштырыла. Дөйөм алғанда, юбилейға баш ҡаланың 24 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар төҙөү һәм тарихи биналарҙы яңыртыу, Ағиҙел йылғаһы ярын артабан төҙөкләндереү ҡарала.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле ҡала көнөн үткәреүҙе федераль кимәлгә сығарыу өҫтөндә эш алып барыла. Ҡарар ҡабул ителһә, йәлеп ителгән аҡсалар Өфөнөң хроник проблемаларын һәм йылдар дауамында һуҙылып килгән мәсьәләләрҙе хәл итеп буласаҡ. «Был эшкә ҡалала эшләүсе ойошма, предприятиелар, һәр кеше үҙ өлөшөн индермәйенсә йырып сығып булмаясаҡ», – тине төбәк етәксеһе.

Фото №1 - Йылдар буйы тупланған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уникаль мөмкинлек
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ