Йыл аҙағында Благовещен ҡалаһында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла

«Демография» милли проекты буйынса ул былтыр төҙөлә башлағайны. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Былндаэш тамамланған тиерлек. Майҙансыҡ йәшел һәм ҡыҙыл төҫтә. Оҫталар әйтеүенсә, әлеге һауа торошо шарттарында ул бер тәүлектән кибеп сыға.

Майҙансыҡта балаларға уйнар өсөн бөтә шарттар булдырылған. Баҡса тирәләй әле үк ҡыуаҡтар һәм сәскәләр ултыртылған. Лукоморье – Благовещенда 12- се мәктәпкәсә учреждение. Объект ҡаланың йылдам үҫешкән биҫтәһендә урынлашҡан.

Елена Куликова, Благовещен районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе

Трасса аша урынлашҡан Төньяҡ биҫтәһендә лә йәш ғаиләләр күп йәшәй. 1 йәш ярымғаса 500 бала сиратта тора. Был баҡса төҙөлөп бөткәс, әле сиратта торған балаларҙың йәше тула. Йәш ярымдан ҡабул итәбеҙ. 12 төркөм ойоштороласаҡ.

Яңы баҡсала сәләмәтлеге буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә төркөм була. Беренсе ҡаттан күтәрелеү өсөн лифт эшләйәсәк. Мәктәпкәсә учреждение «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән.

Фото №1 - Йыл аҙағында Благовещен ҡалаһында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ