Йәш белгестәр телефон шылтыратыуҙарына яуап биреү, сирлеләрҙе теркәү, документтар тултырыу, рецепттар яҙыу кеүек эштәрҙе алып бара. Тәжрибәле табиптар әйтеүенсә, был бик ҙур ярҙам. Сөнки пандемия менән бәйле аҡ халатлыларҙың да сафтары һирәгәйгән, ә пациентар артҡан. Ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа эш башлаған йәштәр менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Ленара Бикәева пациенттарҙы үҙаллы ҡабул итә, диагноздар ҡуя, дауалау тәғәйенләй башлаған да инде. Йәш белгестең уҡып бөткәндән һуң ял итеү йәки эшкә яйлап өйрәнеү мөмкинлеге булмай. Ленара дипломды быйыл, короновирус инфекцияһы ҡоторған мәлдә ала. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ҡыҙ шунда уҡ Өфөнөң 38-се поликлиникаһында эш башлай, йәш терапевт әле клиник ординатурала беренсе курста уҡыуын да дауам итә. Ленара Ильяс ҡыҙы әйтеүенсә, табип һөнәрен һайлағанһың икән, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу – төп бурысың.
Әле республика медицина учреждениеларында барлығы 1 мең 200 клиник ординатор халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Радий Хәбировтың тәҡдиме менән уларҙың сафы ординатурала уҡыусылар менән дә тулыландырыла. Был аҙнанан 150-ләп йәш белгес поликлиникаларҙа эш башлай, тағы ла 200 тирәһе резервта. Был осор практика иҫәбенә индерелә. Республика башлығы белдереүенсә, эш ирекле булырға тейеш, теләмәгәндәр дауаханаларға ебәрелмәй. Өфөнөң 38-се поликлиникаһы 10 ординатор менән тулыланған, уларҙың икәүһе бында даими эшкә ҡаласаҡ, ә башҡалары практика үтә.
Поликлиникала ординаторҙарҙан тыш медицина колледжының 11 студенты ла практика үтә. Табиптар әйтеүенсә уларҙың ярҙамы ла бик урынлы. Сөнки медицина учреждениеһы баш ҡалалағы иң ҙур участкаларҙы береһен хеҙмәтләндерә, бында 30 меңдән ашыу кеше ҡарай.
Пандемия осоро халыҡты ғына түгел, аҡ халатлыларҙы ла оло һынау алдына ҡуйҙы. Йәмәғәтселек араһында поликлиникаларҙа сират артыуына, табиптарҙың өлгөрмәүенә зарланыу башланды. Белгестәр фекеренсә, йәш көстәрҙе йәлеп итеү эште еңеләйтергә, тиҙләтергә булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова.




