Башҡортостанда бөгөн “Сәнғәт төнө” акцияһы үтә

Быйыл ул беренсе тапҡыр онлайн ойошторола. Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан үткәрелеп килә. Быйылғы акция “Сәнғәт берләштерә” тигән девиз аҫтында уҙғарыла. Башҡортостан Милли музейы “Сәнғәт төнө” уңайынан үҙенсәлекле саралар әҙерләгән. Онлайн экскурсия һәм күргәҙмәләр көн дауамында үткәрелә. “Уйын һәм викториналарҙа ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырыла”, ти музей етәксеһе Марат Зөлҡәрнәев.

Башҡортостанда бөгөн “Сәнғәт төнө” акцияһы үтә

“Сәнғәт төнө” акцияһына театр, китапхана, ижади коллективтар ҡушыла. Саралар программаһы менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға була.