Документта коронавирусҡа мотлаҡ тест тапшырырға тейеш булған граждандар исемлеге билдәләнде. Рәсәйгә килеүселәр араһында инфекцияға шик булғанда, йәғни, ковид сирле менән бәйләнештә булғандар, пневмония, грипп йәки орви диагнозы ҡуйылғандар тест үтә. Шулай уҡ балалар йорто, төрмә, ҡарттар йорттарында булыусыларҙа сиптом булғанда, уларҙан мотлаҡ тест алына.





