Ул льготалы граждандар категорияһына республика бюджеты иҫәбенә ҡарала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, был исемлеккә инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, концлагерь тотҡондары, Ленинград ҡамауында йәшәгәндәр, хәрби хәрәкәт ветерандары, Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар инә. Үткән аҙнала бындай граждандарға 700 рецепт бирелгән.





